Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТВӘЛИЕВ Рәсих Хасип улы

Просмотров: 573

ӘХМӘТВӘЛИЕВ Рәсих Хасип улы (27.12.1956, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Бикәй а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1979–94 йй. 2‑се художество мәктәбендә (Өфө) уҡыта, 1991 й. АҠШ‑та, 2002–08 йй. Францияла эшләй.

Тәүге осор ижадында Ә. экспрессионизмға тартыла: “Һыйыр менән хушлашыу”, “Ҡала күренеше” (икеһе лә – 1987). 90‑сы йй. “Яҡтылыҡ шәүләһе” (1993), “Рәссам һәм Муза” (1996), “Блюз” (1998) эштәренә нәфис колорит, нескә хисле образдар, киңлек шартлылығы хас. Рәссамдың ижадында лирик тема ҙур урын алып тора; уны ул ҡатын‑ҡыҙ образдары серияһында үҫтерә:“Үтеп барыусы ҡыҙҙар” (1994),“Классиктарға эйәреү”,“Әсә һәм бала”(икеһе лә – 1996), “Сәнғәт тураһында китап уҡыусы ҡыҙ” (1997), “Ҡыҙ һәм карап” (2011). “Өфөлә август”, “Өфө ҡалаһының сите” (икеһе лә – 1990) эштәрен рәссам яратҡан ҡалаһына арнаған. Евразия архаикаһы символына әүерелгән һыбайлы образы Ә. ижадында йыш ҡабатлана: “Онотолған һыбайлы” (1991), “Төрки һыбайлыһы—ХХ” (1996), “Ҡарт һыбайлы, йәш һыбайлы” (1997), “Һыбайлылар” (2014). “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһе ағзаһы (1990). 1983 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Стәрлетамаҡ, Өфө, Мәскәү, Истанбул (Төркиә), Онфлёр, Париж (Франция), Нью‑Йорк (АҠШ) ҡҡ. 30‑ҙан ашыу шәхси күргәҙмәһе (1997 й. башлап) була. Эштәре Третьяков галереяһында (Мәскәү), Мәскәү хәҙ. заман сәнғәте музейында, БДХМ‑да һ.б. һынлы сәнғәт галереяларында, музейҙарҙа, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: К у с к о в С. Расих Ахметвалиев. Живопись. 1998.

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019