Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТҒӘЛИН Хәкимйән Рәхимйән улы

Просмотров: 387

ӘХМӘТҒӘЛИН Хәкимйән Рәхимйән улы [15.6.1923 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 10.5.1924), БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 19.7.1944, Латвия ССР‑ының Рундены ҡсб янында, Сунуплява а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин, Балтик буйы һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө удар армияның 219‑сы уҡсылар дивизияһы 375‑се уҡсылар полкы уҡсылар взводы командиры ярҙамсыһы өлкән сержант Ә. 1944 й. 19 июлендә Рундены ҡасабаһы тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ә. йорт‑музей асылған. Герой исеме Учалы ҡ. һәм Учалы районының Сәфәр һәм Учалы аа. урамдарға бирелгән, Сәфәр а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, мәктәп ихатаһында һәм Лудза ҡ. (Латвия) бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Насиров Р. Ҡылыс ҡында килешә. Өфө, 2000; Хмелидзе Ш. Имена, высеченные на камне //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Р.Х.Насиров

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.09.2022