Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТЗАРИПОВ Марат Әғзәм улы

Просмотров: 336

ӘХМӘТЗАРИПОВ Марат Әғзәм улы (21.1.1956, Һатҡы ҡ.), дирижёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011). ӨДСИ‑не (1982, Е.Л.Смирновтың баян класы; 1987, Р.М. Бикмөхәмәтованың, Т.С.Сәйфуллиндың хор м‑н дирижёрлыҡ итеү класы), Ҡазан консерваторияһын (1997; Ф.Ш.Мансуров класы) тамамлаған. 1982 й. алып Ырымбур өлк. Мәҙәниәт идаралығында (Ырымбур ҡ.) методика кабинеты дир., 1983 й. — 9‑сы музыка мәктәбе (Өфө) уҡытыусыһы, 1985 й. — Хор капеллаһы хормейстеры, 1986 й. башлап Иркутск музыка театры дирижёры, 1990 й. — баш хормейстеры һәм дирижёр‑ҡуйыусыһы, 1996 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДОБТ дирижёры, 2001—02 йй. Карелия Респ. Музыка театрында (Петрозаводск) музыка етәксеһе, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта, 2002— 10 йй. Милли симфоник оркестр (Өфө), 2011—13 йй. Силәбе акад. опера һәм балет театры дирижёры. Репертуарында сит ил [“Тылсымлы флейта” (“Волшебная флейта”; В.А. Моцарт), “Дон Паскуале” (Г.Доницетти), “Кармен” (Ж.Бизе), “Риголетто” һәм “Трубадур” (икеһе лә — Дж.Верди)], ватан [“Кенәз Игорь”(“Князь Игорь”;А.П.Бородин), “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”) һәм “Батшакәләше” (“Царская невеста”; икеһелә — Н.А.Римский‑Корсаков)], ш. иҫ. башҡорт [“Ай тотолған төндә”, “Аҡмулла”, “Memento” һәм “Нәҡи” (“Наки”; икеһе лә — С.Ә.Низаметдинов), “Сыңрау торна”, “Шәүрә”], һ.б. композиторҙарҙың 50‑нән ашыу балеты һәм операһы бар. Халыҡ‑ара симфоник музыка фестивале (Эль‑Джем ҡ., Тунис, 2004), “Хор лабораторияһы XXI быуат. Балалар һәм йәштәр өсөн музыка” (“Хоровая лаборатория XXI век. Музыка для детей и юношества”) Асыҡ Бөтә Рәсәй композиторҙар конкурсы (С.‑Петербург, 2012); “Онега маскаһы” (“Онежская маска”) Карелия Респ. юғары театр пр. (Петрозаводск, 2001) лауреаты.

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019