Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНӘК, йылға

Просмотров: 435

ЭНӘК, Оло Энәк, йылға, Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) һул ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Яңы Покровка утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа, артабан Күгәрсен р‑ны буйлап көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, 3‑сө Түкәт а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа, 2‑се Түкәт а. янында көнбайышҡа борола һәм Оло Эйек й. (тамағынан 163 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 82 км, басс. майҙаны 456 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3 м3/с. Йылға басс. Йылайыр яйлаһының төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ландшафы һоро урман тупрағындағы имән урманынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡыяҡлы далаларҙан тора. Басс. 70%‑ын урман ҡаплаған. Иң ҙур ҡушылдығы — Оло Ҡаҙмаш (һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019