Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТЙӘНОВА Мәҙхиә Әхмәтйән ҡыҙы

Просмотров: 409

ӘХМӘТЙӘНОВА Мәҙхиә Әхмәтйән ҡыҙы [10.11.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) Туҙлыҡыуыш а. — 13.5.2005, Магадан ҡ.], йырсы (меццо‑сопрано). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлағандан һуң (1941; М.В.Владимирова класы) 1968 й. тиклем БДОБТ солисы. Бөтә регистрҙарҙа ла көслө һәм матур яңғыраған тауышҡа, сағыу драматик һәләткә һәм арбау көсөнә эйә булған. Төп партиялары: Ольга (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский; дебют, 1941), Кенәз ҡатыны (“Һыу инәһе” — “Русалка”, А.С.Даргомыжский), Любаша (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков), Кончаковна (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Граф ҡатыны (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, Чайковский), Маддалена (“Риголетто”, Дж.Верди). Милли репертуар операларында Нәркәс (“Аҡбуҙат”), Әлифә (“Ашҡаҙар”, А.А.Эйхенвальд), Гөлбикә (“Айһылыу”, М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейко), Көнбикә (“Салауат Юлаев”) партиялары айырылып торған. Шәмсиә (“Ҡоҙаса”, З.Ғ.Исмәғилев, 1959), Яубикә (“Шәүрә”) партияларын тәүге башҡарыусы. Кон­церт репертуарына башҡорт композиторҙарының йырҙары һәм романстары ингән. Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусылар смотр‑конкурсы лауреаты (1947).

Әҙәб.: Х ө с н и й ә р о в С.Д. Иҫтә, һаман да иҫтә...: иҫтәлектәр. Өфө, 1996.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019