ӘХМӘТҠУЖИНА Гөлшат Файзылғаян ҡыҙы
ӘХМӘТҠУЖИНА Гөлшат Файзылғаян ҡыҙы (28.2.1951, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Юлдаш а.), шағирә, драматург. Яҙыусылар союзы (1989) һәм Журналистар союзы (1989) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1981 й. алып “Осҡон” гәз. яуаплы секретары, 1987–89 йй. “Йәншишмә” гәз. (Сибай ҡ.) баш мөхәррире. 1992–94 йй. “Өлкәр” альманахында, 2002— 07 йй. “Башҡортостан” гәз. эшләй. “Тәңкә ҡарҙар” исемле тәүге китабы 1981 й. сыға. Балалар өсөн яҙылған “Юғалған хазина” (1987) хикәйәләр китабы, “Яҙҙар ҡайтыр” (1985), “Ғүмерем таңдары” (1990), “Һуңлап килә яҙҙар” (2005) шиғри йыйынтыҡтары һәм Башҡорт драма театры, Сибай башҡорт драма театры һ.б. сәхнәләрҙә ҡуйылған пьесалар [иң билдәле драмалары “Абыстай” (1997), “Нисек түҙә икән был йөрәк” (2007) һәм “Әйҙәгеҙ, танышайыҡ” (2000) трагикомедияһы] авторы. К.Әхмәтйәнов ис. пр. лауреаты (2006).
Ә ҫ ә р ҙ.: Баланҡайҙың әсе емеше. Өфө, 2011; Бетеү: повестар, хикәйәләр, эсселар. Өфө, 2017.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов