Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВ Абдулла Шәңгәрәй улы

Просмотров: 614

ӘХМӘТОВ Абдулла Шәңгәрәй улы [2.5.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Йомағужа а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 25.11.1995, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Стәрлебаш а.], элемтәсе, өлкән лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев хәрби элемтә уч‑щеһын (1945), КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен (1952) тамамлаған. 1942 й. алып Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46‑сы армияның 31‑се уҡсылар див. 1449‑сы айырым элемтә ротаһының телефонсылар отделениеһы ком. өлкән сержант Ә. 1943 й. 26 сент. Украина ССР‑ының Сошиновка а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1947—50 йй. Өфөлә, 1952—74 йй. Стәрлебаш р‑нында партия һәм хужалыҡ эшендә була. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләк­ләнгән. Ә. исеме м‑н Стәрлебашта һәм Йомағужала урамдар аталған; тыуған ауылында бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Х а й р у л л и н Р. Отважный связист //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019