ӘХМӘТОВ Арыҫлан Фәрит улы
ӘХМӘТОВ Арыҫлан Фәрит улы (11.12.1948, Львов ҡ.), инженер‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), техник ф. д‑ры (1986), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999). Р.С.Әхмәтованыңулы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1984 й. алып РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының тармаҡ лаб. мөдире (Өфө), 1987 й. — технология ф‑ты деканы, 1991 й. башлап нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1997—2001 йй. БР ФА‑ның Нефть һәм газ бүлегендә акад.‑секретарь. Фәнни хеҙмәттәре экологик үҙсәнлектәре яҡшыртылған яғыулыҡ, махсус тәғәйенләнешле нефть эшкәртеү продукттарын алыу, нефть шламдарын эшкәртеү технологияларын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. Ә. тарафынан эшләнгән технологиялар Яңы Өфө, Красноводск, Одесса, Фирғәнә һ.б. НЭЗ‑дарҙа индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50‑нән ашыу уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең (2015) һәм БР‑ҙың (2013) фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр.,И.М.Губкин ис. пр. (2010) лауреаты.
Х е ҙ м.: Топливно‑химическая переработка бензиновых фракций: темат. обзор. М., 1990 (авторҙ.) (Серия: Нефтехимия и сланцепереработка; вып.5); Судовые топлива. Уфа, 2001 (авторҙ.); Нефтегазовое дело. В 6 т. Т.4. Основы нефтепереработки. СПб., 2012 (авторҙ.).
Тәрж. Э.М.Юлбарисов