Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВ Морат Хөсәйен улы

Просмотров: 562

ӘХМӘТОВ Морат Хөсәйен улы (10.8. 1948, Өфө — 26.2.2006, шунда уҡ), композитор. РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1996), БР‑ҙың халыҡ артисы (1999). Композиторҙар союзы ағзаһы (1980). Х.Ф.Әхмәтовтыңулы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1971; А.И.Хачатурян класы) Өфө сәнғәт уч‑щеһында һәм ӨДСИ‑лә уҡытҡан. 1976— 88 йй. РСФСР Композиторҙар союзының Фольклор комиссияһында фонотека мөдире, 1991—95 йй. Мәскәү Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары, 1995—97 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта.

Ә. музыкаһы экспрессивлыҡ, сағыу мелодика, көслө эмоциональ йоғонто яһау м‑н айырылып тора. Уның композиторлыҡ стиленең төп үҙенсәлектәре — хәҙ. композиция техникаһын башҡорт муз. фольклоры элементтары м‑н берләштереү, музыканың тәьҫирлелек сараларына проф. кимәлдә эйә булыу. Ә. “Төньяҡ амурҙары” (“Северные амуры”; 1980), “Ай тотолған төндә”, “Урал батыр” (“Урал‑батыр”; 1998) балеттарын; Ҡ.Аралбай шиғырына “Батырҙар ораны” ораторияһын (1989), тауыш, гобой, виолончель, фп. һәм һуҡма музыка ҡоралдары өсөн “Атайсал” квинтетын (1982) ижад иткән.

Ә. “Атай иҫтәлегенә” (“Памяти отца”; 1994) 1‑се симфонияһы, Симфониялар триадаһы [2‑се “Варган‑синфония”, 1996; 3‑сө «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығандан һуң» («По прочтении башкирского эпоса “Урал‑батыр”»), 1998; 4‑се “Реквием—оҙон көй”(“Реквием— узун‑кюй”) симфониялары, 2000] башҡорт симфоник музыкаһы үҫешендә сағыу бит булып тора. Р.Киплинг әҫәре б‑са “Маугли” (1974), Африка легендалары б‑са “Утты буйһондороусы” (“Повелитель огня”; 1984) һәм Урта быуаттар тарихы б‑са “Торквемада” (1991) балеттары; гобой һәм 16 ҡыллы музыка ҡоралы өсөн “Аполлон һәм Марсий” (“Аполлон и Марсий”) композицияһы (1990); “Ғәрәп Яңырыу дәүеренең мөхәббәт лирикаһы” (“Любовная лирика арабского Возрождения”; 1991) һәм “Ҡытай пейзаж лирикаһынан” (“Из китайской пейзажной лирики”; 1993) вокаль циклдары һ.б. авторы. Скрипка, вио­лончель һәм фп. өсөн рага стилендәге “Иртәнге һәм киске уйындар” (“Утренние и вечерние игры”) триоһында (1991) Европаның конфликтлылыҡ принцибынан китеү, атональ, сериялы техника һәм минимализм алымдарын берләштереп төрлө торошҡа күсеү асыҡ күренә. Ә. Ҡөрьән сүрәләре һәм Ғүмәр Хәйәм робағиҙары текстарына “Хәйәм һәм Ҡөрьән” (“Хайям и Коран”; 1991) фәлс.‑дини операһы новаторлыҡ тематикаһына һәм сюжетына ҡоролған. Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша”, Ф.Кроммелинктың “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир”, Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур” спектаклдәренә, кино һәм анимация фильмдарына музыка авторы.

Әҙәб.: Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.

О.Я.Старикова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019