Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭПИДОТ

Просмотров: 423

ЭПИДОТ (гр. epidosis — үҫеш), утрау силикаттары ярым класы минералы, Ca2(Fe3+,Al)3•[SiO4] [Si2O7]O(OH). Составына магний, марганец, тимер, титан, ерҙә һирәк элементтар ҡушыл­малары инә. Тимерһеҙ клиноцоизит м‑н изоморф рәт барлыҡҡа килтерә (цоизит, клиноцоизит, пьемонтит, алланит, йәки ортит). Кристалдары призма формаһында, яҡшы ҡырланған. Агрегаттары: параллель‑сүсле, нурлы, бөртөклө, друзалар. Төҫө күбеһенсә төрлө төҫмөрлө йәшел, һирәк осраҡта һары, һоро, ҡыҙыл (пьемонтит). Ҡатылығы 6 — 7, тығыҙлығы 3250 — 3520 кг/м3. Эпидот‑амфиболитлы һәм йәшел һәүерташлы фацияларға (ҡара: Метаморфизм фациялары) ҡараған метаморфик тоҡомдарҙың, эпидозиттарҙың, контактлы‑метасоматик ҡатламдарҙың тоҡомдар барлыҡҡа килтереүсе минералы. Э. үтә күренмәле буялған төрҙәре — ярым аҫыл таштар. Э. ҙур кристалдары Учалы р‑нының Поляковка руднигында осрай. Э., клиноцоизит, цоизит мәҡсүт метаморфик комплексының һәм белорет метаморфик комплексының метаморфик тоҡомдарында, Э. һәм клиноцоизит — машаҡ свитаһының вулканиттарында һәм Магнитогорск мегасинклинорийының палеозой ултырмаларында, пьемонтит Ураҙ ятҡылығының (Учалы р‑ны) марганец мәғдәндәрендә бар.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019