Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВ Рим Билал улы

Просмотров: 353

ӘХМӘТОВ Рим Билал улы (29.10. 1933, Өфө — 25.1.2017, шунда уҡ), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1958) Үҙәк ТВ‑ла эшләй. 1963–68 йй. БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тында мөхәррир, респ. гәзиттәре күҙәтеүсеһе. “Ҡар аҫ­тындағы сәскәләр” (“Цветы из‑под снега”) исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1974 й. сыға. “Киҫешеү нөктәһе” (“Точка пересечения”; 1984), “Уяныу” (“Пробуждение”; 1987) китаптары, Башҡортостандың тәбиғәтен, уның легендалар һәм риүәйәттәр м‑н бәйле иҫтәлекле урындарын данлаған “Йылғалар, күлдәр һәм үләндәр тураһында һүҙ” (“Слово о реках, озёрах и травах”; 1985) хикәйәләр йыйынтығы айырыуса популярлыҡ яулай. “Хазина” (“Кладезь”; 1991), “Һаҡлаусы үлән” (“Одолень‑трава”; 1997) китаптары Көньяҡ Уралдың үҫемлектәр донъяһына арналған. Ғ.Й.Рамаҙанов, Ә.И.Харисов хеҙмәттәрен, Н.С.Мусиндың “Өҙәрем юл кешеләре” (“Люди дальних дорог”; 1977), Ғ.Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” (1977; урыҫса тәржемәһе “Кинзя”, 1982) романдарын, И.Ғ.Ғиззәтуллиндың“Юлға сығыр алдынан” (1967; урыҫса тәржемәһе “Перед выходом на большак”, 1975), Һ.Л.Дәүләтшинаның “Айбикә” (1931; урыҫса тәржемәһе “Айбика”, 1985) повестарын һ.б. урыҫ теленә тәржемә иткән. С.Чекмарёв (1986), С.Злобин ис. (2008) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Третья жизнь: рассказы. Уфа, 1979; Растения — друзья и недруги. Уфа, 2002. Промельки: повесть. Уфа, 2011.

 Р.Ф.Байбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019