Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВ Яҡуп Хажимөхәмәт улы

Просмотров: 381

ӘХМӘТОВ Яҡуп Хажимөхәмәт улы [1896 й. сент., Өфө — 1919 й. апр., Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә а. янында (БР‑ҙың Шишмә р‑ны)], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлаған (1910). 1914—17 йй. рус армияһында. 1917 й. нояб. башлап Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары ағзаһы. Дек. алып Ырымбур казак ғәскәре частарына ҡаршы һуғышҡан Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаһы отряды ком., 1918 й. яҙынан – ойошманың Өфө атлы отряды командиры. 1918 й. июленән Өфөлә разведка эшмәкәрлеге алып бара һәм ҡораллы ихтилал әҙерләүҙә ҡатнаша. 1919 й. ғин. алып республиканы ҡораллы һаҡлау ғәскәренең Өфө отряды начальнигы. Март—апр. 26‑сы уҡсылар див. махсус тәғәйенләнештәге ирекле саңғысылар отряды командиры. Һуғышта һәләк була. Өфөлә Ә. исеме м‑н урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: А с а б и н Е.П. Под знаменем революции. Уфа, 1991.

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019