Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВА Бэйна Хәлиулла ҡыҙы

Просмотров: 486

ӘХМӘТОВА Бэйна Хәлиулла ҡыҙы [9.1.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 11.11.2013, Өфө], терапевт. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989), БР‑ҙың атҡ. табибы (1994). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1941) Туймазы р‑нының Ҡандра участка дауаханаһында, 1946 й. алып “Алкин” шифа­ханаһында эшләй. 1952 й. башлап Өфөнөң 2‑се дауаханаһында бүлек мөдире, 1957— 2008 йй. БДМУ‑ла (1972—85 йй. 1‑се госпиталь терапияһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре йөрәк‑ҡан тамырҙары, бронхы‑үпкә ауырыуҙары этиологияһы, терапияһы һәм уларҙы иҫкәртеү проблемаларына; дарыу үҫемлектәрен ҡулланыуға арналған. Ә. ҡат­нашлығында специфик булмаған хроник үпкә ауырыуҙарын, йөрәктең ишемия ауырыуын һ.б. диагностикалау ваҡытында пневмо‑һәм электротопография ысулдары клиник практикаға индерелгән. Ә. йөҙҙә утыҙ дүртенсе уҡсылар бригадаһыныңкадрҙар составын ойоштороуҙа ҡатнашҡан. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР кардиологтар йәм­ғиәте рәйесе (1972—85).

Х е ҙ м.: Лечение хронических заболеваний лёгких копытнем европейским. Уфа, 1972 (авторҙ.); Хронический бронхит и предбронхит у нефтехимиков. Уфа, 1996 (авторҙ.); Бронхиальная астма: (клиника, диагностика и лечение). Уфа, 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019