Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВА Роза Сәмиғулла ҡыҙы

Просмотров: 488

ӘХМӘТОВА Роза Сәмиғулла ҡыҙы [13.2.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ғәббәс а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 16.1.2009, Өфө], инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй, 1956 й. алып Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: 1960 й. башлап лаб., 1978—86 йй. бүлек мөдире. Фәнни хеҙмәттәре төрлө тәғәйенләнешле битумдар етештереү өсөн сеймал базаһы булған нефттәрҙе өйрәнеүгә һәм классификациялауға, юғары сифатлы нефть битумдарын алыу технологияларын булдырыуға һәм үҙләштереүгә арналған. Ә. етәкс. тикшеренеү һөҙөмтәләре Яңы Өфө, Кириш, Кременчуг, Ново‑Полоцк НЭЗ‑дарының яңы битум ҡоролмаларын проектлау б‑са комплекслы тәҡдимдәрҙе төҙөүҙә ҡулланылған. Болгарияла (1960), Кубала (70‑се йй. аҙ.) битум ҡоролмаларын реконструкциялауҙа, Һиндостанда битум производствоһын проектлау, төҙөү һәм үҙләштереүҙә ҡатнаша (1968). 90‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Х е ҙ м.: Современное состояние производства и пути повышения качества битумов различного назначения: темат. обзор. М., 1979 (авторҙ.). (Серия: Обзоры по важнейшим научным и научно‑техническим проблемам отрасли).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019