Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВА Руза Әнғәм ҡыҙы

Просмотров: 309

ӘХМӘТОВА Руза Әнғәм ҡыҙы (27.10. 1945, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Түб. Аташ а.), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Өфөнөң 31‑се балалар поликлиникаһында, 1971 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. 1980 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре балалар гастроэнтерологияһы проблемаларына арналған. Ә. тарафынан ашҡаҙан‑эсәк юлы ауырыуҙары булған сирлеләрҙе реабилитациялау процесына “Красноусол” шифаханаһы дауалау факторҙарының ыңғай тәьҫире асыҡлана, республикала тәүге тапҡыр балаларҙың иммун һәм гормональ системалары торошона ҡала һәм ауыл ерҙәренең экологик факторҙары тәьҫире сағыштырып тикшерелә. 415‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Гастроэзофагеальная рефлюксная болезнь. Уфа, 2007 (авторҙ.); Актуальные вопросы язвенной болезни: клиника, диагностика, лечение и профилактика. Уфа, 2008 (авторҙ.); Лямблиозная инвазия у детей с хроническими болезнями органов пищеварения. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019