Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭРЕ АҠ ТОҠОМ

Просмотров: 447

ЭРЕ АҠ ТОҠОМ, сусҡаларҙың ит‑май йүнәлешле тоҡомо. 19 б. Англияла урындағы һуң өлгөрөүсән сусҡалар м‑н тиҙ өлгөрөүсән Ҡытай һәм күп үрсемле Неаполь һәм Португалия сусҡаларын ҡатмарлы ҡасырыу ярҙамында сығарыла. Ватан тоҡомо 20 б. 30‑сы йй. Э.а.т. ата сусҡаларын урындағы сусҡалар м‑н ҡасырыу ярҙамында барлыҡҡа килә. Башҡортостанға 1932 й. тоҡомдоң ит‑май етештереүсәнлеген арттырыу маҡсаты м‑н индерелә. Тән төҙөлөшө ныҡлы, тәрән киң күкрәкле, боттары яҡшы үҫешкән, аяҡтары ныҡлы хайуандар. Төҫө аҡ. Ата сусҡаларҙың тере ауырлығы 320—350 кг, инә хайуандарҙыҡы — 220—250 кг. Инә сусҡаларҙың үрсемлелеге 10—11 бала, 193 көндә өлгөрә, йәш малдың уртаса тәүлек артымы 700—750 г, ит сығышы 70—72%, түшкәһендә — 57—58%. Хайуандар төрлө климат шарттарына тиҙ яраҡлаша, стресҡа бирешмәй, яҡшы адаптив сифаттарға эйә. БР‑ҙа дөйөм сусҡалар һанының 99%‑ын Э.а.т. тәшкил итә (2006). Э.а.т. үрсетеү һәм камиллаштырыу м‑н Горький М. исемендәге тоҡомсолоҡ заводында, “Туймазы” тоҡомсолоҡ з‑дында, «“Рощинский” совхозы» ДУАХП‑нда, Йәрмәкәй р‑нының “Спартак” ЯСЙ‑нда һ.б. шөғөлләнәләр. Төрлө үҫтереү технологияларында тоҡомдоң продуктив сифаттарын өйрәнеү Аграр университетта (А.В.Близнецов, П.К. Каминский, А.А.Седых һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Н.В. Бараш) үткәрелә.

Әҙәб.: Близнецов А.В., Чистяков А.Я. Свиноводство //Система ведения сельского хозяйства по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1976; Близнецов А.В. Производство свинины //Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997; шул уҡ. Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. М., 2002.

А.В.Близнецов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019