ӘХМӘТХАНОВ Ринат Мәснәүи улы
ӘХМӘТХАНОВ Ринат Мәснәүи улы (22.6.1957, Мәскәү өлк. Вербилки ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй (2010 й. алып химия ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге полимерҙар деструкцияһын тикшереүгә, полимерҙарҙы стабилләштереү һәм модификациялауға, композицион материалдар эшләүгә, икенсел полимер сеймалды эшкәртеү проблемаларына арналған. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Stabilization of poly(vinyl chloride) by elemental sulfur //Journal of Applied Polymer Science. 2005. Vol. 99. I. 6 (авторҙ.); Малотоксичный азотсодержащий антиоксидант для поливинилхлорида //Журнал прикладной химии. 2015. Т.88. Вып. 4 (авторҙ.).
С.В.Колесов Тәрж. Э.М.Юлбарисов