Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТ‑ХУЖА (Әхмәтҡужин) Әсхәл Әбүталип улы

Просмотров: 624

ӘХМӘТ‑ХУЖА (Әхмәтҡужин) Әсхәл Әбүталип улы (24.6.1942, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Амангилде а. — 8.11.2018, шунда уҡ), шағир, тәржемәсе. РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1970). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1965), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1987) тамамлаған. 1965—69 йй., 1978—85 йй. “Ағиҙел” ж. әҙәби хеҙм‑р, бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары, яуаплы секретарь, БАССР Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында әҙәби хеҙм‑р. 1991—95 йй. БДПИ‑ла уҡыта, 1996 й. алып Әбйәлил район хакимиәтендә баш белгес, 1997—99 йй. Әбйәлил район китапхана­һында бүлек мөдире. “Һыбай сыҡтым” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 й. сыға. Шиғри әҫәрҙәренә романтик йүнәлеш һәм нескә ассоциативлыҡ хас. “Оран” (1980), “Майҙан” (1989), “Толпарым” (1992), “Кәкүк‑һандуғаслы таңдарҙа” (2008), “Тыуған илкәй — Әбйәлилкәй” (2008), “Сәм” (2010), “Ҡырҡтытау йәшмәләре” (2010), “Сал ҡаяла ҡарт ултыра” (2011) шиғри йыйынтыҡтарында шәхестең азатлыҡҡа ынтылышы, тормош коллизияларына фәлс. ҡараш сағыла. Балалар өсөн яҙылған “Отҡор терпе” (1991), “Азамат менән ҡуян балаһы” (1991), “Ямғыр тамсыһы=Весёлый дождик” (2008) һ.б. китаптары йәш уҡыусыларҙы хайуандар донъяһы м‑н таныштыра, тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға өйрәтә. Ә.‑Х. әҫәрҙәре сыуаш, татар, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. П.Бровка, М.Ю.Лермонтов, А.С. Пушкин, Ш.Руставели, П.Тычина һ.б. шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән. 1982 й. урыҫ һәм сит ил шағир­ҙарының һайланма әҫәрҙәрен тәржемә итеп “Ебәккә ынйы теҙелде” йыйынтығын сығарған. Ғ.Сәләм ис. (1992), К.Әхмәтйәнов ис. (1995), И.Мырҙаҡаев‑Балапанов ис. (2006), Ф.Кәрим ис. (2007), Һ.Дәүләтшина ис. (2015) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

Ә ҫ ә р ҙ.: Алтын тамыр. Өфө, 2002; Аҡ теләктәр әйтәм. Өфө, 2011; Йөрәккә йөрәк тоташа. Өфө, 2017.

Р.Ф.Байбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019