Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭРЕ ҠАРА ТОҠОМ

Просмотров: 399

ЭРЕ ҠАРА ТОҠОМ, сусҡаларҙың ит‑май йүнәлешле тоҡомо. 19 б. башында Англияла урындағы оҙон ҡолаҡлы сусҡаларҙы Неаполь һәм Ҡытай сусҡалары м‑н ҡасырыу ярҙамында сығарыла. Рәсәйгә 1949 й.,

Башҡортостанға 60‑сы йй. башында эре аҡ тоҡомдоң инә сусҡалары м‑н ҡасырыу өсөн индерелә. Тән төҙөлөшө ныҡлы, киң төҙ арҡалы, тәрән киң күкрәкле, боттары яҡшы үҫешкән, туларһыҡ быуындарына тиклем төшә, аяҡтары ныҡлы, алыҫ урынлашҡан. Ҡолаҡтары ҙур, күҙҙәренә тиклем һалынып тора. Төҫө ҡара. Ата сусҡаларҙың тере ауырлығы 280—300 кг, инә хайуандарҙыҡы — 220—230 кг. Инә сусҡаларҙың үрсемлелеге 10—11 бала, 202 көндә өлгөрә, йәш малдың уртаса тәүлек артымы 650—670 г, ит сығышы 69—70%, түш­кәһендә — 52—53%. Стресҡа бирешмәй торған хайуандар. Тоҡомдо камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. алып Аграр университет (А.В.Близнецов, А.А.Седых һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институты (Н.В.Бараш) ғалимдары тарафынан үткәрелә.

Әҙәб.: Эре аҡ тоҡом мәҡ. ҡарағыҙ.

А.В.Близнецов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019