Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭРЕНБУРГ Илья Григорьевич

Просмотров: 1527

ЭРЕНБУРГ Илья Григорьевич (14.1. 1891, Киев — 31.8.1967, Мәскәү), яҙыусы. “Йолҡҡос” (“Рвач”; 1925), “Париждың ҡолауы” (“Падение Парижа”; 1941), “Дауыл” (“Буря”; 1946— 47), “Туғыҙынсы вал” (“Девятый вал”; 1951—52) романдары, “Ваҡытлы килешеүҙәрҙән тыш” (“Вне перемирия”; 1937) хикәйәләр йыйынтығы, “Ут” (“Огонь”; 1919), “Уйланыуҙар” (“Раздумья”; 1921), “Йәнлек йылыһы” (“Звериное тепло”; 1923), “Шиғырҙар” (“Стихи”; 1959) шиғырҙар йыйынтыҡтары һ.б. авторы. Э. ижадына реализм, публицистика, интер­национализм, хәҙ. замандың ижт.‑сәйәси мәсьәләләренә мөрәжәғәт итеү хас. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта 112‑се Башҡорт кавалерия дивизияһы (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) яугирҙары м‑н осрашыуы “Красная звезда” (“Ҡыҙыл йондоҙ”; Мәскәү, 1942) гәз. баҫылған “Башҡорттар” очеркында сағылыш таба. Башҡорт яугирҙарының батырлығын яҙыусы уларҙың ата‑бабаларының хәрби традицияларына бәйләй: Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) ваҡытында рус казактары һәм башҡорттар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшә, Ватан һуғышы (1812) осоронда һәм Б.В. һуғышында рус халҡы м‑н берлектә Тыуған ил азатлығын һаҡлай. Э. әҫәрҙәре башҡорт теленә А.Карнай һ.б. тарафынан тәржемә ителгән. “Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытҡан өсөн” (1952) һәм Сталин (1942, 1948) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Икенсе көн. Өфө, 1936.

Әҙәб.: Узиков Ю.А. Это с нами навсегда. Уфа, 1983.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019