Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТШИН Марс Әһлиулла улы

Просмотров: 600

ӘХМӘТШИН Марс Әһлиулла улы (21.2.1948, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Сафар а.), яҙыусы. РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлаған (1976). 1970 й. алып “Башҡортостан пионеры” гәз. бүлек мөдире, яуаплы секретарь. 1980 й. башлап “Башҡортостан ҡыҙы” ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 1986 й. — БАССР‑ҙың ТВ һәм радио тапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында баш мөхәррир, 1991 й. — РФ Әҙәбиәт фондының Башҡ‑н бүлексәһе директоры. Ә. ижади эҙләнеүҙәренең нигеҙендә — этнопедагогика һәм төрлө быуын кешеләренең үҙ‑ара мөнәсәбәте проблемалары. Балалар өсөн яҙылған “Беҙ осрашырбыҙ, Ринго!” (1990) исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы намыҫ һәм тоғролоҡ темаларын күтәрә. Йәштәр тормошона арналған “Юлыма сыҡ, Гөлсирә!” (1993), “Янғын” (1999) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарында хәҙ. заман проблемалары ҡарала.

Ә ҫ ә р ҙ.: Дүртенсе өҫтәл: повестар, хикәйәләр, парсалар. Өфө, 2008; Атайҙар менән бер сафта. Өфө, 2010; Падение: повести, рассказы, новеллы, сказки. М., 2005.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019