ӘХМӘТШИН Фрат Нәби улы
ӘХМӘТШИН Фрат Нәби улы (19.5. 1930, Өфө — 18.6.1996, шунда уҡ), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1960). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1949; педагогы Б.В.Шавров) 1971 й. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1959—64 йй. БДОБТ эргәһендәге хореография студияһы дир., 1970 й. алып Өфөнөң һөнәрселек‑техник уч‑щеларындағы бейеү коллективының художество етәксеһе, 1985—88 йй. Өфө хореография уч‑щеһында уҡытҡан. Гротеск планындағы үҙенсәлекле бейеүсе. Уның бейеүҙәре сағыу тойғолар һәм динамика м‑н айырылып торған. Төп партиялары: Нурали (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев; дебют, 1950), Кәмитсе (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Менго (“Лауренсия”, А.А.Крейн), Квазимодо (“Эсмеральда”, Ч.Пуньи), Меркуцио (“Ромео менән Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С. Прокофьев).
Х е ҙ м.: Уроки башкирского и характерного танца. Уфа, 1982 (авторҙ.).
М.А.Таһирова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова