Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХТӘМОВА Ләйлә Абдрахман ҡыҙы

Просмотров: 406

ӘХТӘМОВА Ләйлә Абдрахман ҡыҙы (23.12.1915, Өфө — 14.3.1986, шунда уҡ), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1954) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1957). Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1935; Х.Бохарский курсы) БАДТ актриса­һы. Ә. төрлө планлы сәнғәтенә тормош ысынбарлығы һәм сағылдырыу сараларының баҙыҡлығы хас. Төп ролдәре: Любовь Яровая (К.А. Тренёвтың ш. уҡ исемле драмаһы; дебют, 1935), Рита Устинович (“Ҡорос нисек сыныҡты”, Н.А.Островский), Маруся (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов). Драматик ролдәре нескә лиризм һәм хислелек м‑н һуғарылған: Ғәлимә (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙыңш. уҡ исемле повесы б‑са В.Ғ.Ғәлимов һәм Ғ.Әмири инсценировкаһы), Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Таңсулпан (Ҡ.Даяндыңш. уҡ исемле драмаһы). Актриса кәүҙәләндергән урыҫ классик драматургияһы героиняларының образдары соц. характеристика аныҡлығы һәм сағылдырыу сараларының байлығы м‑н айырылып тора: Маша (“Тере мәйет”, Л.Н.Толстой), Наташа (“Тормош төпкөлөндә”, М.Горький) һ.б. Ә. башҡарыуында Соня Серебрякова (“Ваня ағай”, А.П. Чехов) һәм Эмилия(“Отелло”,У.Шекс­пир) ролдәре Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаланған (1955). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Әҙәб.: Башкирский государственный академический театр драмы. Уфа, 1969.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019