ЭРСЕН‑РАШ
ЭРСЕН‑РАШ Маргарет Ингеборг (16.12.1941, Лейпциг ҡ., Германия — 25.7.2017, Майндағы Франкфурт ҡ., Германия), төркиәтсе, башҡорттар б‑са белгес. И.В.Гёте ис. Франкфурт ун‑тын тамамлаған. 1964 й. башлап Юғары халыҡ мәктәбендә (Майндағы Франкфурт) уҡытҡан, 1977—2006 йй. Майнц, Франкфурт ун‑ттарында, Ирекле Берлин ун‑тында эшләгән, уларҙа 90‑сы йй. алып башҡорт телен уҡытыуҙы ойошторған; тәржемәселек эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнгән. 1992 й. сент.—окт. БДПИ‑ның башҡорт филологияһы ф‑тында төрөк теленә өйрәтеүҙең интенсив курсын үткәргән. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт, төрөк һ.б. төрки телдәрҙе тикшереүгә арналған. Э.‑Р. етәкс. башҡорт теле, этнография б‑са тикшеренеү эштәре башҡарылған. “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” (“Учим башкирский язык”; 1997), “Башҡорт теле! Рәхим итегеҙ!” (“Башкирский язык! Пожалуйста!”; 2000; икеһе лә — Ф.Ғ.Хисамитдинова һәм З.Ғ.Ураҡсин м‑н авторҙашлыҡта) китаптары, немец студенттары өсөн “Башҡорт теле” (“Башкирский язык”; Майндағы Франкфурт, 2009; немец телендә) дәреслеге авторы. 1‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында (конгресында) ҡатнашҡан.
Ф.Ғ.Хисамитдинова
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов