Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы

Просмотров: 519

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы [20.3.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 15.10.1943, Белорус ССР‑ының Лоев ҡсб янында], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. февр. башлап Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 106‑сы уҡсылар див. 43‑сө уҡсылар полкының отделение ком. өлкән сержант Ә. 1943 й. 15 окт. Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды нығытҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н тыуған ауылында урам һәм урта мәктәп аталған.

Әҙәб.: И ш м а е в З. Искра //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019