ЭСКАДРИЛЬЯЛАР
ЭСКАДРИЛЬЯЛАР (фр. escadrille), 1) авиацияның бер типтағы самолёт отрядтары йәки бер нисә звенонан (10—24 хәрби берәмек) торған төп тактик подразделениеһы; 2) ҡайһы бер сит ил Ҡораллы көстәренең ракета (зенит‑ракета) подразделениеһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Э. халыҡтың үҙ ирке м‑н индерелгән аҡсалата взностарына төҙөлгән һәм хәрәкәт иткән армияға тапшырылған. 1941 й. нояб. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты “Башҡортостан комсомолецы” Э. (20,4 млн һум йыйылған), 1943 й. Белорет ҡ. хеҙмәтсәндәре “Белорет металлургы” Э. (3 млн һум), БАССР‑ҙың Салауат р‑ны а.х. хеҙм‑рҙәре Салауат Юлаев ис. истребитель (1,2 млн һум) төҙөүгә аҡса йыя башлай. Шулай уҡ 1943—44 йй. Ҡыҙыл Армияның Хәрби‑һауа көстәренә “Башҡортостан истребителе” (131 млн һум), “Башҡортостан нефтсеһе”, “Башҡорт АССР‑ына 25 йыл” (86 млн һум) Э. тапшырылған.
М.Ә.Бикмәев
Тәрж. М.Х.Хужин