Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОСОЦИОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯ

Просмотров: 366

ЭТНОСОЦИОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯ, төбәктә этномәҙәни процестарҙы өйрәнеү маҡсатында 1986 й. СССР ФА БФ‑тың ТТӘИ тарафынан СССР ФА‑ның Этнография ин‑ты (Мәскәү), МДУ һ.б. берлектә ойошторолған. Башҡ‑н экспедицияларына В.В.Пименов, Р.Ғ.Кузеев, Н.В. Бикбулатов етәкселек иткән, В.Я. Бабенко, М.Ж.Кейекбаев, Н.Н. Моисее­ва, М.Ғ.Муллағолов, М.В. Мырҙабулатов, И.Г.Петров, Ф.Ф.Фәтихова һ.б. ҡатнашҡан. Тикшеренеүҙәр ваҡытында социологияныңтөрлө ысулдары, ш. иҫ. анкета тултырыу (193 һорау), ҡулланылған. БАССР‑ҙың 13 ҡалаһы (Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат һ.б.) һәм ҡала тибындағы ҡасабаһы, 80‑гә яҡын ауыл торама пункты б‑са уҙғарылған. Э.э. барышында 5,6 мең кешенән, ш. иҫ. 2,4 мең башҡорттан, 1,6 мең урыҫтан, 1,6 мең татарҙан һорауҙарға яуап алынған; соц. структура, демография, ғаилә, проф. характеристика, милли традициялар, йолалар, фольклор мәсьәләләре, тел һәм этник үҙаңнисбәте, этник‑ара бәйләнештәр проблемалары һ.б. тикшерелгән. Э.э. материалдары ТТӘИ‑нең этнология бүлегендә һаҡлана. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Башҡортостандағы хәҙерге этник процестар” (“Современные этнические процессы в Башкортостане”) йыйынтығында нәшер ителгән (Өфө, 1992).

Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019