Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭШЕРИХИОЗ

Просмотров: 424

ЭШЕРИХИОЗ, колибактериоз, бөтә төр йәш а.х. малдарының һәм ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙең киҫкен инфекцион ауырыуы, йәшәүенең тәүге көндәрендә барлыҡҡа килә һәм башлыса эс китеү м‑н характерлана. Тыуҙырыусылары — Esсherichia coli бактерияһының патоген төрҙәре. Э. септик, энтерит һәм энтеротоксемик (ҡоштарҙа септик форма ғына була) формалары айырыла. Ауырыуҙың үтә киҫкен һәм киҫкен ағышы башлыса йәшәүенең тәүге көндәрендә, ярым киҫкен — һуңыраҡ осорҙа күҙәтелә. Бөтә төр йәш хайуандар ауырыуға башлыса йәшәүенең тәүге көндәрендә бирешә. 7 айлыҡ осорға тиклемге һарыҡ бәрәстәре, 5 айлыҡҡа тиклем а.х. ҡоштары ауырып китеүе мөмкин. Тыуҙырыусыны таратыусылар — ауырыу һәм ауырыу үткәргән хайуандар. Ауырыу башлыса алиментар юл м‑н мал аҙыҡтары, ыуыҙ һ.б. аша, һирәгерәк — аэроген юл м‑н йоға, ҡарын эсендә йоҡтороу мөмкин. Септик форма булғанда бактериялар ҡанда үрсей һәм сепсис үҫешенә килтерә; энтеротоксемик формала — ашҡаҙанда, нәҙек эсәктәрҙә һәм ҡатлы шекәрәнең лимфа төйөндәрендә үрсей, уларҙың шешеүенә килтерә; энтерит формала — нәҙек эсәктә үрсей һәм лайлалы тиресәне ҡуҙғыта. Инкубация осоро — бер нисә сәғәттән алып 2—3 көнгә тик­лем. Септик формаға хәлһеҙлек, эс китеү, организмдың һыуһыҙланыуы, һулыш алыу һәм пульстың йышайыуы, септик процестар үҫеше, тән т‑раһының ауырыу башында ҡыҫҡа ваҡытҡа 0,5—1,0°С күтәрелеүе, ҡоштарға — төшөнкөлөк, аппетит юғалыуы, тын алыуы ауырлашыу хас. Энтеротоксемик форма сусҡа балаларын инәләренән айырып алғандан һуң күҙәтелә, парездар, көҙән йыйырыу, эс китеү, баш һәм күкрәк аҫты шешеүе (шеш ауырыуы) хас. Ауырыуҙың септик һәм энтеротоксемик формаларында ауырыу мал бер нисә сәғәт йәки көн эсендә үлә. Энтерит форма осрағында ашауҙан яҙыу, төшөнкөлөк, эс китеү күҙәтелә. Ауырыуҙың үтә киҫкен һәм киҫкен ағышында үҙәк нервылар системаһы зарарланыу билдәләре (көҙән йыйырыу, парездар) эс китеүһеҙ күҙәтелеүе мөмкин. Диагностика эпизоотологик, клиник, патологоанатомик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау өсөн диета билдәләнә, махсус, бактерияларға ҡаршы, симптоматик һ.б. препараттар ҡулланыла. Иҫкәртеү: быуаҙ малды һәм йәш малды тотоу һәм ашатыу ҡағиҙәләрен үтәү, вакцинациялау, яңы тыуғандарға махсус гипериммун сыворотка һәм гамма‑глобулин индереү. Башҡортостанда Э. бөтә райондарҙың хужалыҡтарында теркәлгән. Э. диагностикалау һәм дауалау өсөн дарыуҙар ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып Аграр университетта (А.И. Иванов, А.Н.Нурлығаянова, М.Ю. Фәйзуллина һ.б.), Ветеринария лабораторияһында (С.Ә.Әминева, В.Н.Грибанов, Ф.Н.Павлов һ.б.), Ауыл хужалы­ғы институтында (Ф.А. Байғужина, Р.Ғ.Кәлимуллина, Р.Н.Уйылданов һ.б.) үткәрелә.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019