Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭШҠЫУАР ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР АССОЦИАЦИЯҺЫ

Просмотров: 475

ЭШҠЫУАР ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, БР‑ҙың йәмәғәт ойошмаһы, эшҡыуар ҡатын‑ҡыҙҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. асыла. Ассоциация эшләгән проект нигеҙендә БР Юғары Советы Президиумы “БР‑ҙа ҡатын‑ҡыҙҙар эшҡыуарлығын үҫтереү тураһында” указ ҡабул итә (1992 й. 26 июне; 1993 й. көсөн юғалта). Ассоциация аҙ килемле ҡатын‑ҡыҙҙарға, тотҡондағы ҡатын‑ҡыҙҙарға, балалар учреждениеларына хәйриә ярҙамы күрһәтә. IV Бөтә донъя ҡатын‑ҡыҙҙар хәле конф. эшендә (Пекин, 1995), Бөтә Рәсәй бәләкәй пр‑тиелар вәкилдәре съезын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә (1996 й. алып), ш. уҡ БМО‑ның бер нисә агентлығы (ЮНИДО, ЮНИСЕФ) һәм халыҡ‑ара ҡатын‑ҡыҙҙар ойошмалары м‑н берлектәге проекттар эшләүҙә ҡатнаша.

Е.Н.Мәхмүтова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019