Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТКЕНӘ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 375

ЭТКЕНӘ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Яңауыл й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1366 кеше; 1920 — 1398; 1939 — 1217; 1959 — 723; 1989 — 696; 2002 — 748; 2010 — 675 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңауыл ҡ. лицейы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1735 й. алып билдәле. 1795 й. 37 йортта 229 кеше йәшәгән, 1865 й. 181 йортта — 803 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете теркәлгән. Ш.С.Абҙанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019