Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТҠОЛ, Дәүләкән ҡ. эсендәге ауыл

Просмотров: 503

ЭТҠОЛ, ауыл, 20 б. башынан Дәүләкән ҡ. эсендә урынлашҡан.

Ауылға 1797 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Төрөкмән а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а.) башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Этҡол Боҫҡонов исеме м‑н аталған. 1865 й. 28 йортта 146 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1888 й. алып Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлының Дәүләкән ст. төҙөүгә бәйле бында Рәсәйҙең төрлө губерналарынан күсеп килеүселәр йәшәй башлай. 1906 й. мәсет, православие ғибәҙәт ҡылыу йорто, 3 сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, почта ст., 6 тимерлек, дарыухана, шарап, сәй, 3 һыра һәм 101 сауҙа кибете, 3 ер эшкәртеү ҡоралдары склады, 22 урман склады, 2 нефть һәм тоҙ склады теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Халҡы: 1906 й. — 1226 кеше (Дәүләкән ст. ҡасабаһы халҡы м‑н иҫәпкә алынған).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019