ЭТҠОЛ 1‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
ЭТҠОЛ 1‑се, Я м а ш, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, 1‑се Этҡол а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Ҡышлауар й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 630 кеше; 1920 — 794; 1939 — 743; 1959 — 926; 1989 — 963; 2002 — 1071; 2010 — 926 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Беренсе Этҡол урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Ауылға 17 б. аҙ. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ямаш исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. — 19 б. башында Этҡол булараҡ иҫәпкә алынған. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 35 йортта 326 кеше йәшәгән, 1866 й. 84 йортта — 500 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. урыҫ‑башҡорт мәктәбе теркәлгән. 20‑се йй. аҙ. ауылға 19 б. башында нигеҙләнгән Яңы Кинйәбулат а. ҡушылған. С.Т.Аслаев ошо ауылда тыуған.
Ә.З.Сәйғәфәров
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов