Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭШСЕЛӘР СИНЫФЫ

Просмотров: 498

ЭШСЕЛӘР СИНЫФЫ, п р о л е т а р и а т, индустриаль йәмғиәттең башлыса физик хеҙмәт м‑н мәшғүл булған ялланма эшселәрҙе үҙ эсенә алған соц. төркөмө. Башҡортостанда Э.с. барлыҡҡа килеү 17 б. аҙ. башлана һәм тау сәнәғәте үҫешенә бәйле була. 18 б. башында крәҫтиәндәрҙеңтөрлө ҡатламдарынан тау сәнәғәте крәҫтиәндәре, мастеровой һәм эшсе кешеләр бүленеп сыға. Крепостной хоҡуҡбөтөрөлөүгә суйын ҡойоу һәм тимер етештереү з‑дтарында 17,4 мең, баҡыр иретеү з‑дтарында — 8 мең эшсе (Урал тау сәнәғәте эшселәренең 14,7%‑ы) иҫәпләнә; 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында 66 мең кеше (2,6 тапҡырға артҡан) эшләгән, нәҫелдән килгән ирекле ялланма эшселәрҙең тотороҡло төркөмө барлыҡҡа килгән. Э.с. иҫәбе Һамар‑Златоуст т. юлын (ҡара: Тимер юлдар) сафҡа индереү, судносылыҡ, шарап, күн, поташ һ.б. производстволарҙың киңәйеүе, ш. уҡ ситкә китеп эшләгән (ҡара: Ситкә китеп эшләү) крәҫтиәндәр иҫәбенә артҡан. Төбәктә тау сәнәғәтенең өҫтөнлөк алыуы ҡатын‑ҡыҙ, балалар һәм үҫмерҙәрҙең эшкә аҙ йәлеп ителеүенә килтергән. Ырымбур губ. мәғдән һәм алтын табыуҙа ҡатын‑ҡыҙҙарҙың сағыштырма өлөшө 7,4%, балалар һәм үҫмерҙәрҙең 4,4%, металлургия һәм металл эшкәртеү сәнәғәтендә — ярашлы рәүештә 2,6% һәм 7,9% тәшкил иткән; Өфө губ. балалар һәм үҫмерҙәр өлөшө 5,9% булған. Сәнәғәт пролетариатына башлыса урыҫтар, ш. уҡ башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һ.б. ингән. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са 26,8 мең эшсе башҡорт (Өфө губ. — 12,5 мең һәм Ырымбур губ. 14,3 мең) булған, ш. иҫ. металлургия з‑дтарында — 4 мең (ярҙамсы эштәрҙә — 3,5 мең, цехтарҙа — 0,5 мең), урман сәнәғәтендә — 8,6 мең, фабрика‑заводтарҙа — 6,4 мең, алтын табыуҙа — 6 мең, төҙөлөш һәм транспортта 1,8 мең кеше эшләгән. 60‑сы йй. металлургия з‑дтарында йыллыҡ эш хаҡы квалификациялы эшселәрҙеке 100—150, квалификацияһы булмағандарҙыҡы — 50—75 һум тәшкил иткән, 80—90‑сы йй. дөйөм иҡт. күтәрелеш, иҫке технологияларҙы камиллаштырыу һәм яңыларын индереү, хеҙмәттең ҡатмарлашыуы һәм интенсивлығы, ш. уҡ эшселәр хәрәкәте көсәйеүе һөҙөмтәһендә эш хаҡы арта. 1900 йй. металлургия пр‑тиелары эшсеһенең уртаса йыллыҡ эш хаҡы 209 һум, рудниктарҙа һәм приискыларҙа — 166, мәғдән ташыу һәм урман әҙерләүҙә — 123 һум була. 19 б. 2‑се ярт. тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары, реаль училищеларҙыңиҫәбе артыуға бәйле эшселәрҙең квалификацияһы, белеме һәм мәҙәни кимәле күтәрелә. 19 б. аҙ. сәнәғәт үҫеше шарттарында Э.с. үҙаңы күтәрелә, уның йәмғиәттең соц. структураһында әһәмиәте арта. 20 б. башында Э.с. төбәктә барған сәйәси ваҡиғаларға йоғонто яһай. Эшселәр социал‑демократик, эсерҙар һ.б. революцион ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Златоуст забастовкаһы (ҡара: Златоуст ҡан ҡойошо) Бөтә Рәсәйҙә танылыу ала. Революция (1905— 07) барышында Өфө т. юл оҫтаханалары эшселәре (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) юғары әүҙемлек күрһәтә. 1913 й. 236 пр‑тиела 19,5 мең кеше (ш. иҫ. 10,87 мең эшсе металлургия һәм тау мәғдәне сығарыу пр‑тиеларында; 2,84 мең — металл эшкәртеүҙә, т. юл оҫтаханаларында һәм депола, 2,2 мең — аҙыҡ‑түлек тармағында, 1,3 мең — төҙөлөш материалдары етештереүҙә, 1,16 мең эшсе ағас эшкәртеүҙә һ.б.) эшләй. Беренсе донъя һуғышы йылдарында армияға алынған эшсе ир‑егетте үҫмерҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар, хәрби әсир­ҙәр алмаштырыу һөҙөмтәһендә Э.с. составы үҙгәрә. Иҡтисадтың түбәнәйеүе, соц. ҡаршылыҡтарҙың көсәйеүе һ.б. шарттарҙа Э.с. революцияның (1917) этәргес көсө була, большевиктарҙың Граждандар һуғышында еңеүендә һәм совет власы урынлаштырылыуында мөһим роль уйнай. Илдә пролетариат диктатураһы иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, күпселек эшселәрҙең матди хәле, эш шарттары ауыр булған. Иҡтисадтың күп тармаҡлылығын бөтөрөү, сәнәғәтте национализациялау һөҙөмтәһендә Э.с. тормош хәле һәм соц. статусы үҙгә­рә. Индустриялаштырыу барышында БАССР‑ҙа Э.с. һан һәм сифат яғынан үҙгәрә. 1926 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са респ. — 69 мең (эшкә яраҡлы халыҡтың 1%‑ы), 1940 й. 246 мең (18,4%) эшсе иҫәпләнгән. Сәнәғәттә мәшғүл булған эшселәрҙең һаны 4,7 (ш. иҫ. тау эшселәре — 8,7, металсылар — 6,9, ағас эшкәртеүселәр — 8,6, химиктар — 52,1, тегенселәр — 38,8 тапҡырға), төҙөлөштә эшләгәндәрҙеке 31 тапҡырға арта. Нефть һәм газ сығарыу, нефть эшкәртеү сәнәғәте, үткәргес торба транспорты эшселәре барлыҡҡа килә. Билдәле соц. гарантиялар һәм шарттар системаһы (ш. иҫ. һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү өлкәһендә) киңәйә. Э.с. йәмәғәт саҡырыуы һәм саралар ойоштороу, проф.‑техник белем биреүҙең төрлө формалары иҫәбенә арта; төп соц. сығанаҡ булып крәҫтиәндәр иҫәпләнә. Хеҙмәт етештереүсәнлеген дәртләндереүҙең матди һәм әхлаҡи саралары ҡулланыла (ҡара: Социалистик ярыш). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Э.с. 111 эвакуацияланған сәнәғәт пр‑тиеларын урынлаштырыу һәм үҙләштереүҙә, хәрби заказдар­ҙы үтәүҙә һәм оборона фондын булдырыуҙа мөһим роль уйнай. Республиканың Э.с. Мәскәү, Ленинград, Рыбинск, Ярославль һ.б. ҡалаларҙан эвакуацияланған эшселәр инә, сәнәғәттә эшләүселәр һаны 2 тапҡырға арта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Э.с. башлыса нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, электр энергияһы, станоктар эшләү, авиатөҙөлөш һәм автомобилдәр эшләү һ.б. иҫәбенә арта. 1989 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са эшселәр мәшғүл булған халыҡтың 58,4%‑ын (ш. иҫ. ҡала халҡының 65,6%‑ын һәм ауыл халҡының 43,2%‑ын) тәшкил иткән. Халыҡ хужалығы секторҙарын индустриялаштырыу һөҙөмтәһендә эшселәр бөтә тармаҡтарҙа, ш. иҫ. производствоға ҡарамаған тармаҡтарҙа, булған. Республиканың Э.с. 1 млн 148 мең кешегә арта. 1985 й. сәнәғәт эшселәре, ш. иҫ. кесе хеҙмәтләндереү персоналын индереп, 488,4 мең, 1989 й. — 451,4 мең кеше тәшкил итә. Э.с. составына йәмәғәт саҡырыуы кеүек формаларҙың кәмеүе, проф.‑техник белем биреүҙең, пр‑тиеларҙағы уҡыу комб‑ттарының һәм курстарҙың роле артыу йоғонто яһай. Э.с. үҙенән‑үҙе артыуы дауам итә, эшсе кадрҙарҙы булдырыуҙа колхозсы крәҫтиәндәрҙең роле кәмей. 1989 й. сәнәғәттә производство персоналының 51%‑ы ҡатын‑ҡыҙҙан, 49%‑ы ир‑егеттән торған, эшселәр араһында 34,5% ҡатын‑ҡыҙ, 65,5% ир‑егет булған. Халыҡ хужалығында мәшғүл булған башҡорттарҙың 55,5%‑ын (ш. иҫ. ҡала халҡының 68,4%‑ы, ауыл халҡының — 43,9%‑ы) эшселәр тәшкил иткән. 80‑се йй. уртаһында сәнәғәт пр‑тиеларын техник йыһазландырыу һәм эшселәрҙең квалификацияһын күтәреү б‑са эштәр үткәрелә. Эшселәрҙең 68,3%‑ы автоматлаштырылған һәм механизацияланған хеҙмәттә, ҡалғандары машина һәм механизмдар ҡулланылмаған физик хеҙмәттә мәшғүл була. БАССР‑ҙа эшселәрҙең һәм сәнәғәт хеҙм‑рҙәренең 94%‑ы урта һәм юғары (тулы һәм тулы булмаған) белемле була. Пр‑тиеларҙа эшселәрҙең белем һәм проф. кимәлен арттырыу б‑са саралар комплексы үткәрелә, производствонан айырылмай уҡыу дәртләндерелә. Торлаҡ м‑н (ш. иҫ. барактар һәм коммуналь фатирҙарҙан күсереү) тәьмин итеү, аҡса килемдәрен арттырыу, медицина хеҙмәтләндереүе, ҡартлыҡ һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ б‑са соц. тәьминәт кимәлен күтәреү һ.б. яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Э.с. тормош сифаты, мәҙәниәте һәм көнкүреш шарттары яҡшыра, ләкин иҡтисадтың дәүләт ҡарамағында булыуы, монополия, үҙәкләштереү, идара итеүҙең күрһәтмә һәм бойороҡ биреү формалары, хеҙмәт коллективтары эшмәкәрлеген регламентлаштырыу уларҙың әүҙемлеген һәм тормош кимәленең үҫешен тотҡарлай. Эре сәнәғәт, башлыса оборона комплексы пр‑тиеларының өҫтөнлөк итеүе һөҙөмтәһендә БАССР Э.с. өсөн 70—80‑се йй. көрсөк айырыуса ауыр була. Индустриялаштырыуҙы бөтөрөү, производствоның түбәнәйеүе, эш урындарын ҡыҫҡартыу һәм эшһеҙлектең артыуы тенденциялары күҙәтелә. Баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шарттарында пр‑тиелар соц. өлкә объекттарынан баш тарта, был хеҙм‑рҙәрҙең эш һәм ял шарттарын ауырлаштыра. 90‑сы йй. башында илдә барған сәйәси һәм соц.‑иҡт. үҙгәрештәр һәм йәмғиәт үҫешен формацияларға, синыфтарға бүлеп ҡарауҙың актуаллеге юғалыу сәбәпле Э.с. дәүләт кимәлендә халыҡ структураһынан айырып күрһәтелмәй. Башҡортостандың артабанғы үҫеше төрлө милек формаһына ҡараған пр‑тиеларҙа эшләүселәрҙең тормошон яҡшырта.

Әҙәб.: Формирование и развитие советского рабочего класса Башкирской АССР: в 2 ч. Уфа, 1971—1975.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019