Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР

Просмотров: 461

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР, этностың билдәле терр‑яла тупланып йәшәгән, тел үҙенсәлектәрен һәм мәҙәниәтенең айырым компоненттарын һаҡлаған өлөшө. Э.т. оҙайлы ваҡыт дауамында тәбиғи‑геогр., хужалыҡ, тарихи, этник, демографик, сәйәси һ.б. факторҙар йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Башҡорттарҙа көньяҡ‑көнсығыш, төньяҡ‑көнсығыш, төнь­яҡ‑көнбайыш, көньяҡ‑көнбайыш Э.т. айырыла, уларҙың этник нигеҙен Көньяҡ Себер, Алтай һәм Үҙәк Азия монгол һәм төрки ҡәбиләләре тәшкил итә, ш. уҡ иран, болғар‑уғыр һәм фин‑уғыр ҡәбиләләре, һуңыраҡ ҡыпсаҡтар йоғонто яһай. 19 б. уртаһына тиклем көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙа хужалыҡтың төп тармағын солоҡсолоҡ, һунар һәм урман кәсептәре м‑н бергә алып барылған ярым күсмә һыйырсылыҡ тәшкил итә, игенселек ярҙамсы роль уйнаған. Төньяҡ һәм көнбайыш төркөмдәрҙә ултыраҡ тормошҡа күсеү һәм игенселектең үҫеше тиҙерәк барған. Малсылыҡ һәм үҫемлек сеймалын эшкәртеү (ҡара: Балаҫ һуғыу, Күн эше, Кейеҙ баҫыу, Үреү, Тула баҫыу, Туҡыусылыҡ), тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, ат егеү кәрәк‑ярағы, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы һ.б. яһау, ш. уҡ поташ производствоһы (ҡара: Поташ заводтары), тоҙ сығарыу кәсептәре, алтын (ҡара: Приискылар һәм рудниктар), көмөш, тимер, баҡыр, суйын һ.б. сығарыу халыҡтың традицион шөғөлө һәм кәсебе иҫәпләнгән.

Көньяҡ‑көнсығыш Э.т., бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы ҡәбиләләре берләшеүе һөҙөмтәһендә формалашҡан. Көньяҡ‑көнсығыш Э.т. Урал аръяғы, тау‑урман, Урал буйы урман, Урал буйы дала төркөмсәләре бүленә. Көньяҡ‑көнсығыш Э.т. башҡорттары Ағиҙел й. өҫкө һәм урта ағымынан төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан, көньяҡта һәм Урал аръяғында Урал й. тиклем таралып ултырған. Көньяҡ Себер һәм понтий антропологик ти­бына ҡарай; телдә башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡараған ыҡ‑һаҡмар һөйләше таралған. Башҡорт кейеме өсөн елән, кәзәкей, сәкмән, ҡата, сарыҡ, бүрек, ҡолаҡсын, шәл, ҡалпаҡ, таҫтар, ҡашмау, түш биҙәүестәре, сәс биҙәүестәре һ.б. хас булған. 18 б. аҙ. көньяҡ‑көнсығыш Э.т. башҡорттары 110 —120 мең кеше иҫәпләнгән.

Төньяҡ‑көнсығыш Э.т., әйле, ҡатай, табын ырыу‑ҡәбилә берләшмәләре тупланыуы һөҙөмтәһендә формалашҡан. Төньяҡ‑көнсығыш Э.т. Өфө (төньяҡ боролошта), Әй, Ләмәҙ, Эҫем, Йүрүҙән һ.б. йылғалар үҙәндәрендә, Урал аръяғында — Урал й. өҫкө ағымында, Мейәс, Синара, Тинес, Өйәлкә, Уй һ.б. йылғалар буйында, Иртәш, Уйылға күлдәре тирәһендә (бөтәһе лә — Тубыл й. басс.) һ.б. йәшәгән Урал аръяғы, төньяҡ һәм тау төркөмсәләре айырыла. Көньяҡ Себер антропологик тибына ҡарай, телдә башҡорт теленең көнсығыш диалекты таралған. Кейем бишмәт, камзул, ҡушъяулыҡ, маңлай биҙәүестәре, ситектән һ.б. торған. 18 б. аҙ. төньяҡ‑көнсығыш Э.т. башҡорттары 70 — 85 мең кеше иҫәпләнгән.

Көньяҡ‑көнбайыш Э.т., дим (мең ҡәбиләһе башҡорттары) һәм көньяҡ (Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары) төркөмсәләренә бүленә. Өршәк й., Сәрмәсән й. өҫкө ағымында, Ҡандракүл һәм Асылыкүл араһында (дим төркөмсәһе), Туҡ, Оло һәм Кесе Уран, Кәмәлек һәм Кәрәлек ҡушылдыҡтары (көньяҡ) м‑н Оло Ырғыҙ йй. буйында тупланып ултырған. Понтий антропологик тибына ҡарай; телдә башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡараған дим һөйләше таралған. Кейем көмөш тәңкәләр, уҡалар, аппликация м‑н бай биҙәлгән билле ҡатын‑ҡыҙ еләндәре, сәкмәндәр, бүрек, ҡолаҡсын, таҫтар, ҡалпаҡ, яулыҡтар, түшелдеректәр, таҫмалар, маңлай биҙәүестәре, күн аяҡ кейеменән (ҡата) һ.б. торған. 18 б. аҙ. дим төркөмсәһе башҡорттары 12—15 мең кеше булған.

Төньяҡ‑көнбайыш Э.т., ыҡ (байлар, бүләр, ирәкте, юрмый ҡәбиләләре инә) һәм түбәнге ағиҙел (гәрә, йылан, йәлдәк, йәнәй, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ), төньяҡ (балыҡсы, ғәйнә, танып, уран, ун) төркөмсәләренә бүленә. Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) урта һәм түбәнге ағымында, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Бөрө, Тере Танып, Баҙы, Сөн ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й. түбәнге ағымында, төньяҡта Беүә, Беҙ, Тулва (Кама й. басс.) йй. буйында таралып ултырған. Субурал һәм аҡһыл европеоид антропологик тибына ҡарай; телдә башҡорт теленең көнсығыш һәм көньяҡ диалекттары таралған. Кейем камзул, ирҙәр еләне, сәкмән, тун, һырма, кейеҙ эшләпә, тире бүрек, бәйләнгән йәки киндер ҡалпаҡ, таҡыя, үҙ‑ара тимер сылбыр м‑н тоташтырылған бер нисә рәт көмөш тәңкәләрҙән һәм металл айылдан торған ҙур муйынсаҡ, сулпы, сәс биҙәүестәре, түш биҙәүестәренән һ.б. ғибәрәт булған. 18 б. аҙ. төньяҡ­көнбайыш Э.т. башҡорттары яҡынса 100 мең кеше иҫәпләнгән.

Әҙәб.: Этник төркөмдәр мәҡ. ҡарағыҙ.

М.М.Маннапов

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019