Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

Просмотров: 408

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, этностың традицион мәҙәниәте материалдарын йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. Башҡорттар, уларҙың таралыу терр‑яһы, көнкүреше, дини ҡараштары, йолалары һ.б. т‑да тәүге мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Сәлләм Тәржемән һ.б. хеҙмәттәрендә тупланған. 18 б. В.Н.Татищев, П.И.Рычков хеҙмәттәрендә башҡорттар т‑да тарихи‑этнографик тасуирламалар бирелә. Ырымбур крайы буйлап үткәрелгән комплекслы академик экспедициялар барышында И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.С. Паллас, Н.П.Рычков, И.П.Фальк тарафынан традицион шөғөлдәрҙе (солоҡсолоҡ, һунар, һыйырсылыҡ һ.б.) һәм кәсептәрҙе, йолаларҙы, ғөрөф­ғәҙәттәрҙе, байрамдарҙы системалы тикшереү үткәрелә, аш‑һыу, кейем, халыҡ уйындары һ.б. тасуирлана. 19 б. — 20 б. башында Д.К.Зеленин, П.И.Небольсин, Д.П.Никольский, В.И.Филоненко, В.М. Черемшанский һ.б. тарафынан халыҡ иҫәбе, баш­ҡорттарҙың көнкүреше, хужалығы һәм мәҙәниәте т‑да мәғлүмәттәр йыйыла һәм нәшер ителә. 20 б. башында Ырымбур һәм Пермь губ. буйлап сәйәхәт иткәндә Д.Месарош Венгрия этнография музейы (Будапешт) өсөн башҡорттарҙың этнографияһы б‑са материалдар (225 әйбер, 86 фотоһүрәт) йыя. С.И.Руденко Өфө, Ырымбур, Пермь губ. буйлап үткәрелгән Э.э. ваҡытында (1906, 1907, 1912) Рус музейының этнография бүлеге өсөн коллекция (1100‑гә яҡын әйбер, 150 фотоһүрәт) туплай, 1952 й. ТТӘИ‑нең башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеү б‑са тарихи‑этнографик экспедицияһында ҡатнаша. 1928 — 30 йй. Ғ.Ф.Вилданов Башҡ‑н комплекслы экспедицияһы составында башҡорттарҙы этнологик яҡтан өйрәнеү б‑са ярым отрядҡа етәкселек итә. 1958 й. башлап ТТӘИ тарафынан башҡорттарҙың тупланып йәшәгән урындарына (ш. иҫ. Ҡурған, Пермь, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлк., ТР‑ға) 40‑тан ашыу Э.э. ойошторола һәм үткәрелә, уларҙа Н.В.Бикбулатов, Р.М. Йосопов, Р.Ғ.Кузеев, Л.И.Нагаева, С.Н.Шитова һ.б. ҡатнаша: башҡорттарҙың биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре, исламға тиклемге дини инаныуҙары, матди мәҙәниәте (торамалары һәм торлаҡтары, йөрөү саралары һ.б.), Башҡортостан халыҡтарын, башҡорттарҙың этник төркөмдәрен өйрәнеү һ.б. б‑са 20‑нән ашыу коллектив тикшеренеү темаһы эшләнә. 1993 й. алып Этнологик тикшеренеүҙәр институты тарафынан 20‑нән ашыу Э.э. ойошторола, уларҙа Е.С. Данилко, Е.Е.Нечвалода, И.Г.Петров, А.В.Псәнчин, Р.Р.Садиҡов, Р.И. Яҡупов һ.б. ҡатнаша. Э.э. барышында башҡорттар һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтары т‑да йыйылған материалдар Археология һәм этно­графия музейы, ш. уҡ Милли музей, Нестеров М.В. исемендәге художество музейы, Рәсәй этнография музейы (С.‑Петербург) һ.б. этнографик коллекциялары (150‑нән ашыу) нигеҙен тәшкил итә.

Әҙәб.: Шитова С.Н. Этнографические экспедиции ИИЯЛ (50 — 80‑е годы XX в.). Этнография и антропология в Башкортостане. Уфа, 2001; Музей археологии и этнографии: каталог. Уфа, 2007.

Л.Д.Хәлисова, С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019