Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРМУЛЛИН Азат Шакирйән улы

Просмотров: 678

ЯРМУЛЛИН Азат Шакирйән улы (4.11.1975, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Үрге Сәлим а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2004). С.Ш. Ярмуллиндыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1998). 1999 й. башлап “Башҡортостан” ДТРК‑нда программа алып барыусы, 2000 й. — радио тапшырыу студияһы, 2001 й. — телевидение студияһы мөхәррире; 2002 й. апр. башлап “Тамаша” ж., нояб. — “Киске Өфө” гәз., 2003 й. — “Йәшлек” гәз. хәбәрсеһе. 2006 й. алып һәм 2015 й. башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) башҡарма ком‑тында баш белгес. 2007 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми‑нәшриәт комплексында: бүлек мөдире, 2012 й. башлап ген. дир. урынбаҫары, 2014 й. — энциклопедик баҫмаларҙың баш мөхәррире урынбаҫары. 2016 й. алып БР‑ҙың Китап палатаһы дир., 2018 й. — БР Милли архив бүлеге начальнигы. Хәрби‑тарихи тематикаға арналған китаптар һәм фәнни‑публицистик мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2010).

Х е ҙ м.: Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019