ЯРМУЛЛИН Сәлмән Шакирйән улы
ЯРМУЛЛИН Сәлмән Шакирйән улы (24.9.1969, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Үрге Сәлим а.), журналист. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2018), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2009), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). Журналистар союзы ағзаһы (1991). А.Ш. Ярмуллиндыңағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1989—90 йй. “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”; ҡара: “Зилаирские огни”) гәз., 1991 й. алып “Башҡортостан” гәз. (1999 й. башлап бүлек мөдире) хеҙм‑ре, 2000 й. алып “Йәшлек” гәз. баш мөхәррире, 2006 й. — “Аманат” ж. дир.—баш мөхәррире, бер үк ваҡытта 2015 й. башлап БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы филиалының “Башҡортостан журналдары” нәшриәте директоры. Тарихи һәм этнографик темаларға яҙылған мәҡәләләр серияһы авторы. “Ахыр заман — аяҡ аҫтында” (2005) публицистик очерктар китабында ислам, башҡорт халҡының тарихы, башҡорт теле мәсьәләләре, Башҡортостандың ижт.‑сәйәси хәле яҡтыртыла. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1998), Ш.Бабич ис. (2005) пр. лауреаты.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов