Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРМУНСА, Туймазы р-нындағы ауыл

Просмотров: 939

ЯРМУНСА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 50 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 968 кеше; 1920 — 1010; 1939 — 892; 1959 — 703; 1989 — 304; 2002 — 325; 2010 — 340 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1738 й. һәм 1745 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 26 йортта 184 кеше йәшәгән, 1865 й. 74 йортта — 514 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019