Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРОСЛАВ Яков Маркович

Просмотров: 488

ЯРОСЛАВ Яков Маркович (1895 й. дек., Волынск губ. Романово а. — 1937), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1915—28 йй. һәм 1928 й. авг. алып РСДРП ағзаһы. 2 класлы уч‑щены тамамлаған (Чуднов‑Волынский а., 1909). 1917 й. ғин.—мартында революцион хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн Харьков ҡ. төрмәлә тотола. Апр.—сент. РСДРП(б)‑ның Харьков ҡала ком‑ты секретары, 1918 й. мартында — 1919 й. апр. РКП(б)‑ның Петроград ҡала ком‑ты ағзаһы, бер үк ваҡытта Петроград табип идаралығы комиссары һәм Петроград коммунаһының ХК коллегияһы ағзаһы. Май—окт. Украина ССР‑ы Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның коллегия ағзаһы, фарм. бүлеге мөдире. 1919 й. нояб. — 1920 й. мартында РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РКП(б)‑ның ҮК вәкилдәре Ф.Н.Самойлов һәм Ф.А.Сергеев ярҙамында Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының милли һәм соц.‑иҡт. сәйәсәтен үткәреүгә ҡаршылыҡ күрһәтә. 1920 й. апр. алып Украина Коммунистар (большевиктар) партияһының Харьков губ. ком‑ты, 1922 й. апр. башлап РКП(б)‑ның Ленинград губ. ком‑ты ағзаһы. 1926—28 йй. ВКП(б) ҮК‑ның районлаштырыу б‑са Урта Азия бюроһы комиссияһының рәйес урынбаҫары (Ташкент), һуңыраҡ хужалыҡ эшендә була. Репрессиялана, атыла.                                                                                           

И.Ғ.Кәримова 

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019