Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРОСЛАВКА, Дыуан р-нындағы ауыл

Просмотров: 526

ЯРОСЛАВКА, Дыуан р‑нындағы ауыл, Ярославка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 50 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 5515 кеше; 1920 — 4412; 1939 — 3277; 1959 — 2716; 1989 — 1848; 2002 — 2429; 2010 — 2301 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Дыуан аграр техникумы филиалы, урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Пермь губ. килгән дәүләт крәҫтиәндәре керҙәшлек килешеүе (1802 й. рәсмиләштерелгән) б‑са нигеҙ һала. 1803—04 йй. бында ш. уҡ шарттарҙа крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултырған. 1865 й. Я. (Никольскийҙа) 504 йортта 3376 кеше йәшәгән. Игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1823 й. төҙөлгән), уч‑ще, буяу һәм 2 күн оҫтаханаһы, 9 һыу тирмәне, 15 сауҙа кибете булған; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 3 сиркәү, 4 земство мәктәбе, 29 тимерлек, 2 күн оҫтаханаһы, 9 һыу тирмәне, шарап, 4 мануфактура һәм 9 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл эргәһендә тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Гладкий тауы урынлашҡан. Иоанн (Гордеев), Иоанн (Корионов), А.Г. Новиков, Ф.В.Хлызов ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019