Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРУК, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 507

ЯРУК, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ауырғазы р‑ны Мәҫәле а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ярук й. (Ағиҙел й. басс.) исеме м‑н аталған. 1973 й. Р.Б.Исмәғилев тарафынан асылған һәм 1978 й. тикшерелгән, 1984 й. С.В.Ульянов, 1990 й. Ф.М. Таһиров, 2007 й. С.В.Рязанов өйрәнгән. Майҙаны яҡынса 4000 м2. Тимер һәм суйын етештереү б‑са металлургия комплексы булып тора, унда етештерелгән әйберҙәр урындағы

ихтыяж өсөн файҙаланылған, Алтын Урҙаға, Волга буйына сығарылған. Ағас күмере алыу өсөн махсус цилиндр формаһындағы мейестәр, суйын иретеү мейесе, һалҡын һауа өрҙөрөү горндары, суйын ҡаҙандарға форма биреү һәм ҡойоу соҡоро, керамик торба фрагменттары, тимер һәм суйын әйберҙәр, шлактар, бөртөктәр, һөйәк шахмат фигураһы һ.б. табылған. Я. 15—16 бб. тиклем файҙаланылған, тип фараз ителә.

С.В.Рязанов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019