Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРУЛЛИН Харис Хафиз улы

Просмотров: 607

ЯРУЛЛИН Харис Хафиз улы [14.9.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 3.10.1987, Мәскәү], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тажик мед. ин‑тын тамамлаған (Сталинабад, 1952). 1946 й. алып Респ. клиник дауаханаһында, 1947—52 йй. Респ. тире‑венерология диспансерында (икеһе лә — Сталинабад). 1955 й. башлап СССР Мед. ФА‑ның Неврология ҒТИ‑нда эшләй (1959 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1970 й. — Медико‑биол. проблемалар ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге йыһанға осоу шарттарына тап килгән йоғонто аҫтында космонавлыҡҡа кандидаттарҙың һәм космонавтарҙың резервтағы мөмкинлектәрен билдәләү өсөн организмдағы төрлө системаларҙың функцияларын тикшереү ысулдарын әҙерләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. Я. ҡатнашлығында аяҡ‑ҡулдарҙы пневматик массажлау өсөн ҡоролма эшләнгән. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Клиническая реоэнцефалография. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1983.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019