Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРУЛЛИН Хәмит (Хәмиҙулла) Ғатаулла улы

Просмотров: 1021

ЯРУЛЛИН Хәмит (Хәмиҙулла) Ғатаулла улы [25.2.1935, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Ахун а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 5.6.2015, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1985), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков һәм О.И.Пыжова курсы) 1987 й. тиклем һәм 1998 й. башлап БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1961—80 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында һәм 1970—71 йй. ӨДСИ‑лә уҡытҡан. 1987 й. алып “Башҡортостан” ДТРК реж., 1992—98 йй. Стәрлетамаҡ ҡ. Театр берләшмәһенең Башҡорт драма театры актёры һәм Башҡ‑н респ. мәҙәниәт техникумы (Стәрлетамаҡ) уҡытыусыһы.

Я. эштәре нескә психологизм һәм интеллектуаллек, деталдәрҙе ентекләп әҙерләү, сәхнә телмәре һәм пластика оҫталығы м‑н айырылып торған. Аныҡ соц. характеристика биреү оҫталығы ҡапма‑ҡаршы образдар ижад итеүҙә асылған: әҙәпһеҙ карьеристар Раззаков (“Йөрәк менән шаярмайҙар”, И.Ә.Абдуллин), Ғиндуллин (“Операция”, Ғ.Ғ.Шафиҡов) һәм юғары гражданлыҡ тойғоһона эйә булған Сергей Чекмарёв (А.Х. Абдуллиндың“Онотма мине, ҡояш!” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль), Шағир (“Шоңҡар”, Ә.Ҡ.Атнабаев) һ.б. Актёр ҡаршылыҡтар, шиктәр м‑н һуғарылған образдарҙы айырыуса уңышлы башҡарған: Тибальд (“Ромео менән Джульетта”, У.Шекспир), Бабаев (“Бәлә кеше башынан йөрөй”, А.Н. Островский), Әбүбәкер (“Ҡыҙыл паша”, Н.Асанбаев). Я. репертуарына ш. уҡ классик урыҫ: Львов (“Ивановтың фажиғәһе”, А.П.Чехов), Яков (“Һуңғылар”, М.Горький), Каренин (“Тере мәйет”, Л.Н.Толстой); сит ил драматургияһы әҫәрҙәре б‑са байтаҡ ролдәр ингән: Фабрицио (“Гостиница хужаһы”, К.Гольдони; дебют, 1959), Фердинанд (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф. Шиллер), Джильберт (“Мария Тюдор”, В.Гюго). Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә Буран (“Онотолған доға”, Ф.М. Бүләков), Батыр (“Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!”, Б.Гаврилов), Трумен (“Мәмерйә”, Шафиҡов) һ.б. ролдәр башҡарған. Бик күп радио‑һәм телеспектаклдәрҙә уйнаған. К/ф ролдәре: Ҡарт [“Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”), “Мосфильм” к/ст, 1980], Ҡотлобай (“Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Башҡортостан” к/ст, 2000) һ.б. Башҡорт драма театры сәхнәһендә И.К.Карпенко‑Карыйҙың “Бәхетһеҙ” (“Бесталанная”) пьесаһы б‑са “Бәхетһеҙ мөхәббәт”, М. Байджиевтың “Дуэль” пьесаһы б‑са “Наҙлыгөл” спектаклдәрен ҡуйған.

Әҙәб.: А т н а б а е в а З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. Өфө, 2008.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019