Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЫМТЫҠ

Просмотров: 444

ЯРЫМТЫҠ, башҡорт мифологияһында яуыз йән эйәһе. Я. т‑да хөрәфәти хикәйәләр башлыса төньяҡ һәм төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарында осрай. Ҡайһы бер күҙаллауҙар б‑са, бер күҙле һәм һыңар аяҡлы кеше сүрәтендә күренә. Легенда һәм риүәйәттәргә ярашлы, Я. атта йөрөргә ярата. Уға ике тапҡыр атырға ярамай, сөнки Я. тәүге уҡты тотоп йәйәгә әйләндерә һәм икенсеһе м‑н үҙен эҙәрләүсене үлтерә. Ғаиләһе бар, ҡыҙҙары һылыулығы м‑н айырылып тора. Ҡайһы ваҡыт кеше Я. м‑н никахҡа инә, уларҙан аралар барлыҡҡа килә (“Ярымтыҡ араһы” легендаһы). Я. хас һыҙаттар шүрәлелә бар. Я. күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1980.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019