Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЫШЕВ Фәйзрахман Абдрахман улы

Просмотров: 489

ЯРЫШЕВ Фәйзрахман Абдрахман улы [28.7.1941, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Апас а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 8.2.2005, Өфө], режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1998). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1968; Т.И. Жоголева класы), ГИТИС‑ты (1977; Г.П. Ансимов курсы) тамамлаған. 1968—71 йй. Ишембай НЭЗ‑ының С.М. Киров ис. Нефтселәр һарайында, 1978— 83 йй. Башҡорт филармонияһында художество етәксеһе, 1976—78 йй. БДОБТ реж., 1983 й. алып баш реж., 1987 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында, бер үк ваҡытта 1995—97 йй. ӨДСИ‑лә уҡытҡан. Опера һәм балет театрында балалар өсөн П.П. Вальдгардттың “Бесәй йорто” (“Кошкин дом”; дебют, 1976) спектаклен, Дж. Пуччиниҙың “Чио‑Чио‑сан” операһын (1984), “Балҡы, балҡы, минең йондоҙом” (“Гори, гори, моя звезда”; 1985) театрлаштырылған тамашаһын, “Замандаштар” операһын (1986), ш. уҡ концерттар, ижади кисәләр һ.б. ҡуйған. Мәскәүҙә БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашҡан (1987).

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019