Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯСИН, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 482

ЯСИН, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 37 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлаш­ҡан. Халҡы: 1906 й. — 75 кеше; 1920 — 130; 1939 — 118; 1959 — 137; 1989 — 123; 2002 — 149; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ясын Сөләймәнов исеме м‑н аталған. 1795 й. Мортаҙа а. (Иҫәнбай, Йәсип) 9 йортта 60 кеше йәшәгән, 1865 й. 12 йортта — 54 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019