Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯСМАН Яков Борисович

Просмотров: 496

ЯСМАН Яков Борисович (8.9.1942, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Өфө синтетик спирт з‑дында инженер, тәжрибә‑тикшеренеү цехы начальнигы. 1968 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 й.— лаб. мөдире, 1993 й. башлап БР‑ҙың Йә­шәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда лаб. мөдире. 1994 й. алып Мәскәү, С.‑Петербург, Өфө пр‑тиеларында ғилми консультант. 2000 й. башлап Израилдә: Израиль технология ин‑ты (Хайфа ҡ.), “Гидпо”, “Фуллерен” һ.б. фирмалар хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре аналитик, полихлорлы туйынмаған берләшмәләр химияһын, химик һәм биохимик процестар механизмдарын тикшереү­гә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Синтез и реакции полихлорированных тиосоединений. М., 1981 (авторҙ.).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019