Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯСЫРҘАР

Просмотров: 493

ЯСЫРҘАР (төркисә äsir — әсир, ҡол), 12—18 бб. башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһында ҡолдарға тиңләштерелгән бойондороҡло халыҡ категорияһы. Уларҙы күрше ҡәбиләләргә йәки халыҡтарға, башлыса ҡаҙаҡтарға, ҡалмыҡтарға һ.б. сапҡындар (ҡара: Барымта, Ҡарымта) барышында әсиргә алғандар. Аҫаба башҡорттар, ҡағиҙә булараҡ, әсир балаларҙы уллыҡҡа алған, өлкәндәрҙе, айырым торлаҡ биреп, ғаиләгә ҡабул иткәндәр. Һуңынан уларҙың күпселеге башҡорт общинаһының тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнгән. Я. ҡатын‑ҡыҙҙар м‑н бер рәттән традицион йорт эштәре, һыйырсылыҡ продукттарын эшкәртеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Билдәле ваҡыт эшләгәндән йәки хужаһының үлеменән һуң Я. ҡайһы берҙә иреккә сығарылған.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.). Уфа, 2006.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019