Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҪЫ ҠОРТТАР

Просмотров: 574

ЯҪЫ ҠОРТТАР (Plathelminthes), ябай төҙөлөшлө селәүсендәр тибы. 9 класы, 15‑кә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда бер нисә йөҙ төрө осрай. Оҙонлоғо миллиметрҙан алып 12 м тиклем һәм унан да артығыраҡ. Кәүҙәһе ике яҡлап симметрик, яҫы, ялпаҡ, бөтөн йәки быуындарға бүленгән; тире‑мускул муҡсаһы м‑н ҡапланған. Эске ағзалары кәүшәк паренхима эсендә урынлашҡан. Аш һеңдереү системаһы алғы һәм урта бүлектәрҙән тора, эсәклеге тоташҡан, ҡайһы берҙәренеке — юҡ. Тын алыу һәм ҡан йөрөтөү системалары булмай. Бүлеп сығарыу системаһы паренхиманың айырым күҙәнәктәре (атроциттар) һәм протонефридиялар м‑н бирелгән. Нервы системаһы үҙ‑ара ҡулса ептәре м‑н тоташҡан буй нервы олондары рәүешендә була. Химик тойоу ағзалары, фоторецептор­ҙар һәм тигеҙләнеш ағзалары ирекле йәшәүсе Я.ҡ. үҫешкән. Гермафродиттар. Тура йәки метаморфоз юлы м‑н үҫешә. Эндопаразиттарҙың үҫешендә ике енесле һәм бер нисә парте­ногенетик быуын сиратлашып килә. БР‑ҙа ирекле йәшәүсе Я.ҡ. һыуҙа, тупраҡта йәшәй; күп төрҙәре — эндо‑йәки эктопаразиттар. Һыйыр малы һәм иргәйел цепендәре, бауыр имгес селәүсене, эхинококк һ.б. паразиттар кеше һәм хайуандарҙа ҡурҡыныс ауырыуҙар тыуҙыра.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019