Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯТАҒАН

Просмотров: 563

ЯТАҒАН, я т а ғ а, сиртеп уйнай торған ҡыллы башҡорт халыҡ музыка ҡоралы. Бер аҙ ҡабарынҡы декаһы булған яҫы ҡумта формалы ағас корпустан ғибәрәт, дека буйлап һуҙылған ҡылдар ике бүлем м‑н сикләнә. Аҫҡы декала резонатор уйымы һәм аяғы урынлашҡан. Я. оҙонлоғо яҡынса 1200 мм. 7 һәм унан да күберәк металл ҡылдары бар, улар аҫтына музыка ҡоралын башҡарылған әҫәрҙәрҙең тоналлегенә көйләү өсөн терәк ҡуйылған. Я. ике ҡул (түбән урынлаштырылған ҡылдарҙа — һул ҡул, ҡалғандарында уң ҡул м‑н) йәки күбеһенсә уң ҡул м‑н уйнайҙар (тауышты баҫыу, вибрациялау йәки уң ҡул етмәгән ҡылдарҙы эләктереп алыу өсөн һул ҡулды ҡоралдың өҫкө өлөшөндә тоталар). Тәүге тапҡыр фольклорсы, халыҡ музыкаһын тикшереүсе А.С.Масловтың “Мәскәүҙә Дашков этнография музейында һаҡланған музыка ҡоралдарының рәсемле тасуирламаһы” (“Иллюстрированное описание музыкальных инструментов, хранящихся в Дашковском этнографическом музее в Москве”; 1909) китабында иҫкә алына һәм һүрәтләнә. Я. ҡушылып эпик хикәйәттәрҙе башҡарғандар, тип фараз ителә. Я. уйнау традициялары юғалған. 2009 й. алып оҫталар С.У.Баймөхәмәтов, Г.Р. Ғәлимова тарафынан эшләнә. Шундай уҡ музыка ҡоралдары Боронғо Ҡытайҙа булған, күпселек төрки һәм башҡа халыҡтарҙа осрай.

Әҙәб.: К у б а г у ш е в А.М. Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997.

А.М.Ҡобағошов

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019